+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Май 2024, 11:48

«Ялла» ансамбле етәксеһе «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды

Үзбәкстандың «Ялла» дәүләт атҡаҙанған ансамбленең художество етәксеһе Фәрух Закиров «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Ялла» ансамбле етәксеһе «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды«Ялла» ансамбле етәксеһе «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды
«Ялла» ансамбле етәксеһе «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды

Үзбәкстандың «Ялла» дәүләт атҡаҙанған ансамбленең художество етәксеһе Фәрух Закиров «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Сибайҙа «Урал аръяғы - 2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында уҙҙы.

«Мин был награданы халҡыма оло хөрмәт, Үзбәкстанға ихтирам билдәһе итеп ҡабул итәм. Һәр саҡ дуҫ һәм татыу йәшәйек», - тине Үзбәкстандың билдәле артисы Фәрух Закиров һәм Радий Хәбировҡа үзбәктәрҙең милли халатын, китап бүләк итте.

«Ялла» ансамбле «Урал аръяғы-2024» инвестиция һабантуйына плита һалыу тантанаһында сығыш яһаны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-25/radiy-habirov-udostoil-zvaniya-narodnyy-artist-rb-rukovoditelya-ansamblya-yalla-3784154

Автор:
Читайте нас