+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Май 2024, 03:30

Оло сара һабантуй менән тамамланды

24 майҙан 26-на тиклем барған  ”Урал аръяғы – 2024” VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Әбйәлил районында ҙур милли байрам менән тамамланды.

Оло сара һабантуй менән тамамландыОло сара һабантуй менән тамамланды
Оло сара һабантуй менән тамамланды

24 майҙан 26-на тиклем барған  ”Урал аръяғы – 2024” VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Әбйәлил районында ҙур милли байрам менән тамамланды.

Сара майҙаны 10 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров республикала үткән тәүге һабантуйҙы асып, Сибайҙа инвестиция һабантуйына донъяның 20-нән ашыу иленән ҡунаҡтар килде, тине.

 “Урал аръяғы-2024” VI Бөтә Рәсәй инвестиция форумына нөктә ҡуйған Әбйәлил һабантуйы программаһы бай булды. Үҙҙәренең оҫталыҡтарын ҡунаҡтарға тимерселәр, балта оҫталары, умартасылар, күн оҫталары, ювелирҙар, керамика, кейеҙ баҫыу маһирҙары, һандыҡ яһаусылар, ҡурай, ҡумыҙ эшләүселәр һәм башҡа кәсепселәр күрһәтте, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.

Сара барышында биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе, «Беҙ бергә!» театрлаштырылған тамаша, 100 ҡатнашыусынан торған ат парады, ат сабышы, милли көрәш буйынса «Көрәш» ярыштары ойошторолдо, концерт менән профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны.

Оло сара һабантуй менән тамамланды
Оло сара һабантуй менән тамамланды
Оло сара һабантуй менән тамамланды
Оло сара һабантуй менән тамамланды
Автор:
Читайте нас