+30 °С
Болотло
Өфөнөң Совет майҙанында асылған II Халыҡ-ара “Китап байрамы” йәрминкәһендә “Добрая подписка” акцияһы үткәрелә.
Теләгән һәр кем мохтаждар һәм МХО яугирҙаре ғаиләләренә гәзит журналдар бүләк итә ала. Көн һайын акцияға йомғаҡ яһала һәм бүләк отошо үткәрелә. Шулай итеп биш кеше сымһыҙ ҡолаҡсындар отто, берәү пауэр банкка эйә булды.
Матбуған баҫмаларына яҙылыу Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте стенды янында ойошторола.

