+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
24 Май 2024, 03:30

«Йыл ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Йыл ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре билдәле булды«Йыл ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре билдәле булды
«Йыл ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Илдең төп ғаилә конкурсын Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Балаларға ярҙам фонды ойоштора.

Быйыл «Йыл ғаиләһе» конкурсы туғыҙынсы тапҡыр уҙғарыла. Конкурстың төбәк этабына 65 ғариза килгән. Был иһә уҙған йылға ҡарағанда 26-ға күберәк. Иң күбе «Күп балалы ғаилә» һәм «Ғаилә — традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияларында ҡабул ителгән. Республика конкурсы еңеүселәрен ойоштороу комитеты билдәләне, уның составында Башҡортостан министрлыҡтары, ведомстволары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре эшләне.

Еңеүселәр:

«Алтын ғаилә» номинацияһында — Мәсетле районынан Хафизовтар ғаиләһе,

«Ишле ғаилә» номинацияһында — Күмертауҙан Корниловтар ғаиләһе,

«Ауыл ғаиләһе» номинацияһында — Благовар районынан Яҡуповтар ғаиләһе,

«Ғаилә —традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында Өфөнән Мөлөковтар.

Конкурс еңеүселәре һәм призерҙарының тулы исемлеге менән Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында республика исеменән Салауат районынан Мәмлиевтар ғаиләһе ҡатнаша.

 

Автор:
Читайте нас