Халыҡ-ара йәрминкәлә йыр-моң каналы «Китап – тормош юлдашы» тигән программа тәҡдим итә.
Ул 24 майҙа төп сәхнәлә 17:00 сәғәттә башлана. Программа өс өлөштән тора. Тәүге бүлек «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» тип атала. Унда балалар өсөн яҙылған шиғырҙар, мәҫәлдәр яңғырай. Айбулат Сәсәнбаевтың «Китап-байрам» өсөн махсус ижад ителгән шиғыры иғтибарға лайыҡ. Бала саҡ шуҡлыҡтарын һүрәтләгән әҫәр бер кемде ле битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Әйткәндәй, китап байрамына килеүселәр уны тәүгеләрҙән булып ишетәсәк.
«Йәшлек. Мөхәббәт» тип аталған икенсе өлөштә иһә радионың ҡатын-ҡыҙҙары һөйөү хистәренә мәҙхиә йырлай. Билдәле шағирҙарҙың мөхәббәт лирикаһын программаның «Ватан. Рух. Туған тел» тигән өлөшөндә тыуған ил, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған әҫәрҙәр алыштыра.
Шиғырҙар «Юлдаш» радиоһының билдәле алып барыусылары уҡыуында яңғырай. Улар темаға ярашлы йырҙар менән үрелеп бара. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова, Филүс Ҡасимов, Илнур Рамазанов һәм «Теге өсәү» проекты егеттәре башҡарыуындағы йырҙар байрам биҙәге булыр.
Радионың алтын фондында бик күп билдәле әҙиптәрҙең тауыштары һаҡлана. М.Кәрим, З.Биишева, Р.Ғарипов тауыштарын һаҡлаған уникаль яҙмалар «Китап-байрам» сәхнәһенән дә яңғыраясаҡ.