Синоптиктар ял көндәренә һауа торошон фаразланы.
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, шәмбе, 25 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, төндә талғын, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +1, +6 градус, урыны менән 0, -5 градусҡа тиклем һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ +20, +25 градус, көньяҡ-көнсығышта +15 градус.
Йәкшәмбе, 26 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көндөҙ +15, +20, көньяҡта +25 градус.
Сығанаҡ: "Башинформ".