Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында II Халыҡ-ара “Китап байрамы” йәрминкәһе эшләй башлай.
Сара 26 майға тиклем дауам итә. Ошо өс көн эсендә 450 йыллығын билдәләгән баш ҡалабыҙ төрлө халыҡтарҙың әҙәбиәтен берләштергән үҙәккә әүереләсәк.
Быйыл китап йәрминкәһе икенсе тапҡыр ойошторола һәм ул шәхси китапхананы байытыу, билдәле шағир һәм яҙыусылар менән аралашыу, йәш авторҙар ижады менән танышыу өсөн киң мөмкинлектәр аса.
Китап байрамында билдәле яҙыусылар Дарья Донцова һәм Олег Рой, театр һәм кино актеры Александр Олешко, билдәле алып барыусы Оксана Федорова һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнаша.
Йәрминкәлә Александр Пушкин, Сергей Аксаков, Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкур, Гөлфиә Юнысова һәм башҡа күренекле шағир-яҙыусыларҙың ижад юлына арналған күргәҙмәләр эшләй.
Иң йәш китап һөйөүселәр өсөн «Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!» исемле балалар әҙәбиәте фестивале һәм башҡа сағыу саралар ойошторола.
Китап байрамына рәхим итегеҙ!