Донъя кимәлендәге халыҡ-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса штабтың сираттағы ултырышын үтте, тип хәбәр итә Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Уны алып барған Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров кампустың икенсе сираты төҙөлөшөнөң башланыуы тураһында белдерҙе.
Алда яҡынса 103 мең квадрат метр майҙанда төҙөлөш эштәрен йәйелдереү бурысы тора. Проект буйынса ул үҙ эсенә 4300 урынға иҫәпләнгән студенттар ятағын, уҡыу блоктарын, лабораторияларҙы һәм башҡа биналарҙы ала.
Кампустың беренсе сиратын төҙөү былтыр декабрь айында йомғаҡланды. 37 мең квадрат метр майҙанда төбәктең әйҙәүсе вуздары һәм инновация компаниялары өсөн үҙ ишектәрен асты. IQ-парктың майҙансыҡтарында 21 ғилми лаборатория эш башланы. Улар вуздар һәм индустриаль партнерҙар менән тикшеренеүҙәр алып бара.