+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
24 Май 2024, 10:45

Инвестиция һабантуйы асылды

Бөгөн Сибайҙа «Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.

Инвестиция һабантуйы асылдыИнвестиция һабантуйы асылды
Инвестиция һабантуйы асылды

Бөгөн Сибайҙа «Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.

Сара 24 майҙан 26-на тиклем бара һәм унда ундан ашыу яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. Шул иҫәптән Беларусь, Ҡытай, Төркиә, Иран һәм Үзбәкстандан ҡунаҡтар  бар.

Инвестһабантуй дәүләт власть органдары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәрен, эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән инвесторҙарҙы берләштерә. Уның программаһында егерменән ашыу секция, дискуссия, түңәрәк өҫтәлдәр, бизнес-иртәлектәр планлаштырылған, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.

Эшлекле сара сиктәрендә  бизнес-шәрифтәрҙең III “Бизнес һәм власть. Һөҙөмтәле төбәк менән менән партнерлыҡта көслө эшҡыуар” форумы үтә.

«Урал аръяғы-2024»VI  Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай.

Автор:
Читайте нас