+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
23 Май 2024, 07:32

Әйләнәбеҙ парланышып бала саҡтың һуңғы вальсын

24 майҙа Өфөнөң ун беренсе класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Ошо уңайҙан мәктәптәрҙә тантаналы саралар үткәрелә. 

Әйләнәбеҙ парланышып бала саҡтың һуңғы вальсынӘйләнәбеҙ парланышып бала саҡтың һуңғы вальсын
Әйләнәбеҙ парланышып бала саҡтың һуңғы вальсын

24 майҙа Өфөнөң ун беренсе класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Ошо уңайҙан мәктәптәрҙә тантаналы саралар үткәрелә. Был көндө «Торатау» конгресс-холы майҙансығында мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн байрам ойошторола. Ул «Мәктәп йылдары» вальсын башҡарыуҙан башлана. Артабан сығарылыш класы уҡыусылары Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған «Өфө йүкәләре» гранд-вальсын өйөрөлә. Концерт программаһында шулай уҡ уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары хоры, флешмоб бар. Сара фейерверк-серпантин менән тамамлана.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2024 йылда Өфө мәктәптәрен 4300-ҙән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы тамамлай. Шул уҡ көндө 12 меңдән ашыу туғыҙынсылар өсөн тантаналы линейкалар уҙғарыла.  

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас