Сибай ҡалаһында үткән «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡараласаҡ темаларҙың береһе – заман ҡатын-ҡыҙының йәмәғәт дипломатияһындағы роле. Иртәгә Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһы һәм уның төбәк вәкиллеге ярҙамында ойошторолған эшлекле иртәнге ашта ошо мәсьәлә күтәреләсәк. Сарала ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙҙарҙың тыныслыҡты нығытыуға, милләттәр араһында хеҙмәттәшлекте һәм донъя проблемаларын хәл итеүгә индергән өлөшөн тикшерәсәк. Гүзәл заттарға йәмәғәт дипломатияһы өлкәһендә үҙ патенциалын тормошҡа ашырырға һәм башҡаларҙы ҙур эштәргә илһамландырырға ярҙам иткән аныҡ аҙымдар һәм башланғыстар тураһында һүҙ барасаҡ, яңы тәҡдимдәр индереләсәк.
– Эшлекле иртәнге аш ваҡытында заман ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһенең роле һәм мәғариф, фән, иҡтисад һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләре ҡараласаҡ. Һәр ҡатын-ҡыҙға үҙен, эшен күрһәтеү, үҙ талантын, һөнәри потенциалын ғәмәлгә ашырыу, йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләренә әүҙем ҡушылыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим, – тип билдәләне Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһының генераль советы рәйесе Светлана Смирнова.
Ул илебеҙ төбәктәре, шулай уҡ сит илдәр менән күп яҡлы бәйләнештәрҙе һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән «Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашыуына ихлас шатлығын белдерҙе. Сара һорауҙар биреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге менән асыҡ дискуссия форматында үтәсәк. Майҙансыҡ спикерҙары иҫәбендә - Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһының генераль советы рәйесе Светлана Смирнова, Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы президенты Андрей Поденок, Экспортерҙар һәм импортерҙар ассоциацияһы вице-президенты Ирина Заседатель, Африка Ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе вәкиле Зидания Да Кошта Мария Лаудира, Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак һәм башҡа абруйлы ҡатнашыусылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Сибай ҡалаһында ағымдағы йылдың 24-26 майында үтә. Урал аръяғының туристик инфраструктураһын үҫтереү һәм «Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу мәсьәләләренә арналған 20-нән ашыу сессия үткәреү планлаштырылған. Бынан тыш, инвестиция-һабантуй майҙансығында дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү, квалификациялы кадрҙар әҙерләү, яһалма интеллект, иҡтисад үҫеше кеүек мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк.
Фото: БР Хөкүмәте рәсми сайтынан.