+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Май 2024, 03:45

Яҙыусының яңы йыйынтығы донъя күрҙе

Айгиз Баймөхәмәтовтың “Мин ҡошҡа әүерелермен” повестар йыйынтығы баҫылып сыҡты.

Яҙыусының яңы йыйынтығы донъя күрҙеЯҙыусының яңы йыйынтығы донъя күрҙе
Яҙыусының яңы йыйынтығы донъя күрҙе

Айгиз Баймөхәмәтовтың “Мин ҡошҡа әүерелермен” повестар йыйынтығы баҫылып сыҡты.

Китапҡа яҙыусының өс повесы ингән. Әҫәрҙәр ғаилә мөнәсәбәттәренең актуаль проблемаларын күтәрә.

Автор фекеренсә, ғаилә һәр кешенең тормошонда, бәхетле йәшәүендә мөһим һәм әһәмиәтле урын алып тора. Үҫмерҙәр өсөн, уларҙың тормошҡа ҡарашы формалашҡан сағында, бигерәк тә ғаиләләге мөхит мөһим. Яҙыусы һәр әҫәрендә, сираттағы китабында ла фәкәт ошо идеяны алға ҡуя.

Руссаға повестарҙы Зөһрә Бураҡаева һәм Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылған.

Яңы китапты 24 -26 майҙа үтәсәк “Китап байрамы”нда һатып алырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас