21 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Бохара өлкәһе хокимы Ботир Зарипов менән осрашты. Ике төбәк етәксеһе сәнәғәт, туризм һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында фекер алышты.
Бохара туристик ғына түгел, ә сәнәғәт төбәге лә, унда нефть эшкәртеү, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары бар, ауыл хужалығы үҫешкән, тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан ошо йүнәлештәрҙә үҙ-ара эш итергә әҙер.
Туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә килгәндә, Башҡортостан Башлығы былай тине:
«Бохараға туристарыбыҙ күп килә. Өс йыл элек Өфө – Сәмәрҡәнд тура авиарейсын астыҡ, осоштар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла. Ә Ташкентҡа самолет аҙнаһына өс тапҡыр оса. Беҙ шулай уҡ өлкән быуын вәкилдәре Үзбәкстанға барып ҡайтһын өсөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Бохара» программаһын тормошҡа ашырырға әҙер. Башта 500 пенсионер өсөн тур ойошторабыҙ».
«Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм Үзбәкстан күп өлкәләрҙә әүҙем хеҙмәттәшлек алып бара. Был иһә тейешле һөҙөмтә бирә. Тап туризм тармағында үҙ-ара хеҙмәттәшлек беҙҙең мөнәсәбәттәрҙә үҫеш нөктәләренең береһе булып тора. Бохарала 850-нән ашыу тарихи объект һәм иҫтәлекле урын бар», — тине Ботир Зарипов.
Сығанаҡ: «Башинформ».