Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Республика Башлығының тейешле указына 15 майҙа ҡул ҡуйылған һәм бөгөн ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан.
Бүләкләнеүселәр араһында – Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Шаран райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре бар.
Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйен.
Сығанаҡ: «Башинформ».