+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Май 2024, 07:03

Башҡортостан йөҙөүсеһе Сингапурҙағы ярышта миҙал яуланы

Сингапурҙағы турнирҙа 21 илдән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Башҡортостан йөҙөүсеһе Сингапурҙағы ярышта миҙал яуланыБашҡортостан йөҙөүсеһе Сингапурҙағы ярышта миҙал яуланы
Башҡортостан йөҙөүсеһе Сингапурҙағы ярышта миҙал яуланы

Башҡортостан йөҙөүсеһе Виталий Цыбрюк йөҙөү буйынса Халыҡ-ара паралимпия комитетының донъя серияһы этабында көмөш призер булды. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Сингапурҙағы турнирҙа 21 илдән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Виталий Цыбрюк ир-егеттәр араһында 50 метр арауыҡҡа ирекле стилдә йөҙөүҙә икенсе булып килде.

Әйткәндәй, Башҡортостан футболы тәрбиәләнеүсеһе Игорь Дивеев Рәсәй йыйылма командаһына инде.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-05-21/plovets-iz-bashkirii-zavoeval-serebro-v-sorevnovaniyah-v-singapure-3777103

Автор:
Читайте нас