Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуына тура бәйләнеш ваҡытында май аҙағына титклем республиканың алыҫ ауылдарында «сәләмәтлек поездары»ның нисек эшләүе хаҡында һөйләнеләр.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең күсмә бригадалары был көндәрҙә Учалы, Дыуан, Ҡалтасы, Тәтешле, Бүздәк, Әлшәй, Ишембай, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ауылдарынан пациенттарҙы тикшерә. Эш графигы «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» порталында баҫылған.
Халыҡты йәнле сират буйынса ҡабул итәләр, алдан яҙылырға кәрәкмәй, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға кәрәк.
Сығанаҡ: «Башинформ».