+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Май 2024, 04:45

Рәсәй Тәфтиш комитеты Стәрлетамаҡта сабыйҙың һәләк булыу осрағын күҙәтеүгә алды

Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе Владимир Архангельскийға республикала бала хоҡуҡтарын боҙоу факты буйынса тикшереү барышы тураһында доклад менән сығыш яһарға ҡушты.

Рәсәй Тәфтиш комитеты Стәрлетамаҡта сабыйҙың һәләк булыу осрағын күҙәтеүгә алдыРәсәй Тәфтиш комитеты Стәрлетамаҡта сабыйҙың һәләк булыу осрағын күҙәтеүгә алды
Рәсәй Тәфтиш комитеты Стәрлетамаҡта сабыйҙың һәләк булыу осрағын күҙәтеүгә алды

Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе Владимир Архангельскийға республикала бала хоҡуҡтарын боҙоу факты буйынса тикшереү барышы тураһында доклад менән сығыш яһарға ҡушты.

 "Социаль медиала Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың дөрөҫ күрһәтелмәгән медицина ярҙамы арҡаһында сабыйының үлеүе хаҡында видеояҙма баҫылған. Ошо осраҡ буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығында процессуаль тикшереү үткәрелә», – тип хәбәр иттеләр федераль ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. Мәғлүм булыуынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан бер ҡатын табиптарҙы сабыйының үлемендә ғәйепләгән. Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, һылыу табиптарҙың ярҙам күрһәтеүҙе оҙаҡҡа һуҙыуы, кесарев киҫелеше операцияһы ваҡытында инфекция индереүҙәре хаҡында белдерә. Пациенттың аналығын алып ташлайҙар, шунан һуң уға оҙаҡ дауаланырға тура килә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәлгә аңлатма бирҙеләр.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас