+30 °С
Болотло
Guzaldance ансамбле һылыуҙарының, "Ҡурайсы" этно-группаһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Был үҙенсәлекле милли тамашаға килеүселәр башҡорт бейеүенең матурлығына мәңгегә ғашиҡ буласаҡ, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Башҡорт бейеүе элек-электән халыҡтың күңел торошон сағылдырған, легендаларға, йолаларға, мәҙәниәткә һәм тыуған төйәккә оло һөйөү һаҡлаған. «Күңел осошо» – ул кешенен ижад ярҙамында азатлык табыуы, хис-тойғоларын сағылдырыуы хаҡында хореографик спектакль.