+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Мая 2024, 13:35

Һеҙҙе китап йәрминкәһе көтә

Теүәл өс көндән II халыҡ-ара "Китап байрамы" йәрминкәһендә Рәсәйҙең 18 төбәгенән, 6 сит илдән килгән 230-ҙан ашыу нәшриәт халыҡҡа үҙҙәренең китаптарын тәҡдим итәсәк. 

Һеҙҙе китап йәрминкәһе көтәҺеҙҙе китап йәрминкәһе көтә
Һеҙҙе китап йәрминкәһе көтә

Теүәл өс көндән II халыҡ-ара "Китап байрамы" йәрминкәһендә Рәсәйҙең 18 төбәгенән, 6 сит илдән килгән 230-ҙан ашыу нәшриәт халыҡҡа үҙҙәренең китаптарын тәҡдим итәсәк. Байрамда билдәле яҙыусылар, шағирҙар менән ижади осрашыуҙар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, лекциялар ойошторола.
Ошо сара сиктәрендә филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерҙе, халыҡ ижадын өйрәнергә, илебеҙ, еребеҙ өсөн көрәштә берҙәм булырға өндәне һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы 24-26 майҙа үтәсәк китап йәрминкәһенә саҡырҙы.

#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает

Автор:
Читайте нас