+30 °С
Болотло
Халыҡ-ара «Китап байрам»ы йәрминкәһендә ҡатнашыусылар Довлатов стилендәге арт-майҙансыҡты ҡарай ала.
Был тарихи һәм ижади урын Гоголь урамындағы 56-сы йорт адресы буйынса Башҡортостан дәүләт филармонияһына йәнәш йорт алдынан хасил.
Сергей Довлатов 1941 йылдың 3 сентябрендә театр режиссеры ғаиләһендә тыуа. Атаһы - Донат Мечик, әсәһе - актриса Нора Довлатова. Улар 1941 йылда Өфөгә эвакуациялана. Сергей улдарының тыуған урыны – Гоголь урамындағы 56-сы йорт. Ғаилә Өфөлә йылға яҡын ғына йәшәй. Шулай булһа ла, билдәле яҙыусыны Башҡортостан халҡы яҡташ булараҡ ҡабул итә.