+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Май 2024, 05:20

Ғалим Өфөлә ултыртылған ағастарҙы баһаланы

Алексей Кулагин билдәләүенсә, йәшелләндереүҙә ағас төрҙәренең һәм декоратив үҫентеләрҙең төрлөһөн ҡулланыу мөһим.

Ғалим Өфөлә ултыртылған ағастарҙы баһаланыҒалим Өфөлә ултыртылған ағастарҙы баһаланы
Ғалим Өфөлә ултыртылған ағастарҙы баһаланы

 Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең  биология институты урмансылыҡ лабораторияһы мөдире, биология фәндәре докторы Алексей  Кулагин тура эфирҙа Өфө урамдарын биҙәгән яңы ағас үҫентеләренең торошон баһаланы.

 "Ҡалалағы һыуыҡ һәм ямғырлы һауа торошо ағастарыбыҙ үҫешенә ыңғай йоғонто яһар, тип уйлайым. Уларҙы ултыртҡанда тамыр ҡороторҙай эҫелек булманы, етерлек күләмдә дымлылыҡ һаҡланды. Ваҡытында һыу һибеү һәм тейешле минераль туҡландырыу һөҙөмтәһендә яңы ағастар, минеңсә, ҡала халҡын күп йылдар әле ҡыуандырасаҡ», — тип иҫәпләй ғалим. Уның фекеренсә, бөгөн баш ҡаланың «йәшел» фондын яңыртырға кәрәк, сөнки урамдағы һәм квартал эсендәге ағастарҙың төп өлөшө 50 йәшкә яҡынлашҡан. Алексей Кулагин билдәләүенсә, йәшелләндереүҙә ағас төрҙәренең һәм декоратив үҫентеләрҙең төрлөһөн ҡулланыу мөһим. "Тик ваҡ япраҡлы йүкәләр генә түгел, шул иҫәптән тирәк тә ултыртырға кәрәк. Был тиҙ үҫкән ағас ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ихата биләмәләрен һәм яңы төҙөлгән йорттар тирәһен тәртипкә килтерергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең осло япраҡлы сағанды, һис шикһеҙ ыҫлы сорттарҙы, шул иҫәптән Сукачев ҡарағасын, ябай ҡарағайҙы, шыршыны ултыртырға мөмкин. Ә бына имән ултыртыуҙан тыйылыр инем: улар оҙаҡ үҫә һәм һыуыҡ ҡыштарға сыҙамай”, – тип кәңәш итә ғалим.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас