Башҡортостан ҡыҙҙарын «Башҡортостан гүзәле-2024» Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм йолалар конкурсына кастингҡа саҡыралар. Конкурста 5–11 йәшлек ҡыҙҙар, 18 йәшкәсә үҫмерҙәр һәм 35 йәштән өлкән булмаған һылыуҡайҙар ҡатнаша ала, тип хәбәр итә конкурсты ойоштороусылар.
Төп бүләк — 100 мең һум, ә конкурс финалына Мәскәүҙән «йондоҙло» ҡунаҡ – “Холоп”, “Холоп 2” фильмдарынан яҡшы таныш билдәле артист Сергей Соцердотский саҡырылған. «Башҡортостан гүзәле» конкурсы 2017 йылдан алып уҙғарыла һәм йыл да мәртәбәһе арта бара. Былтыр Ейәнсура районынан ике бала әсәһе Илүзә Вәлитова Гран-приға лайыҡ булды. Конкурстан һуң һылыуҙың тормошо ҡырҡа үҙгәрҙе — хәҙер ул һәр иртә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларын «Сәләм»тапшырыуын алып барыусы сифатында сәләмләй.
Тамашасылар өсөн сағыу шоу әҙерләнә. Өфөлә тәүге тапҡыр сәхнәлә 30-ҙан ашыу зауыҡлы дизайнер тажы бүләк ителәсәк. Еңеүселәр артабан Мәскәүгә баш ҡаланың матурлыҡ подиумдарында көс һынашасаҡ. Конкурсты ойоштороусы – билдәле «Һомай «театр-дефиле студияһы. Бәйге Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте»ойшмаһы ярҙамында үткәрелә. Конкурс тураһында талаптар менән рәсми биттә йәки 8 917 379 38 72 телефоны буйынса танышырға мөмкин.
Фото: "Башинформ"дан.