Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланғандан алып күсмә табиптар бригадалары 33 237 кешене ҡабул иткән. 8 202 тикшереү, шул иҫәптән 4 977 флюорография, 3 225 маммография үткәрелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
1 600 кешелә күтәренке ҡан баҫымы, 1 432-һендә артыҡ ауырлыҡ, 879-ының ҡанында шәкәр күп булыуы, 1054-ендә юғары холестерин асыҡланған.
Табиптар 465 ауырыуҙа тәү тапҡыр социаль әһәмиәтле сир билдәләгән. 50 кешелә яман шеш барлыҡҡа килеүгә, 182-һендә – шәкәр диабеты, етәүһендә туберкулез үҫешеүгә шик тыуып, улар диагнозды аныҡлау өсөн артабан тикшерелеүгә ебәрелгән.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.