Шереметьево – Өфө рейсы пассажирына табиптар ярҙамы талап ителгән. Был хаҡта, ошо рейстағы бер пассажирҙың мәғлүмәтенә һылтанып, ГорОбзор.ру хәбәр итә. Самолет Мәскәүҙән 19 майҙа кис һуң ғына оса. Осоп киткәндән һуң 40 минут үткәс, пассажирҙарҙың береһе ғауға күтәрә: ҡыҙ илай һәм ҡысҡыра башлай. Уны тынысландыралар, әммә хәл тиҙҙән тағы ҡабатлана. Шаһиттар әйтеүенсә, ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалыу менән янай, артабан да ул туҡтамай илай. Самолет төшә башлағас ҡына тыныслана. Ҡыҙҙың ерләшеүгә осҡаны асыҡлана. Аэропорт майҙансығында һауа судноһын “Тиҙ ярҙам” бригадаһы ҡаршы ала.
Фото: "Башинформ"дан.