+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Май 2024, 18:27

Ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәр

Өфөлә уҙған “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” асыҡ академияһының был майҙансығында ғәжәйеп эшлекле, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес йылы мөхит тантана итте. Осрашыу Мәсетленән Зәйнетдиновтарҙың ялҡынлы сығышы менән башланды, Бөрөнән Кулагиндарҙың дәртле йыры менән тамамланды.

Ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәрҒаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәр
Ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәр

Өфөлә уҙған “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” асыҡ академияһының был майҙансығында ғәжәйеп эшлекле, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес йылы мөхит тантана итте. Осрашыу Мәсетленән Зәйнетдиновтарҙың ялҡынлы сығышы менән башланды, Бөрөнән Кулагиндарҙың дәртле йыры менән тамамланы.

“Традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа һәм нығытыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың роле. Мәҙәниәт – быуындарҙы бәйләүсе еп” тигән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙе республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алып барҙы.

“Һуңғы биш йылда Башҡортостанда ғаиләләрҙең 10-13 проценты өйләнешкәндең тәүге йылында уҡ айырылыша”, – тип борсолоу белдерҙе “Ғаилә” республика ресурс үҙәгенең бүлек етәксеһе Яна Скрябина. Ул килтергән артабанғы мәғлүмәт тағы ла ҙурыраҡ хафаға һала: һәр өсөнсө үҫмер, баҡһаң, киләсәктә үҙ ғаиләһен балаһыҙ итеп күрә. “Теркәлгән никахта йәшәүсе, ике һәм унан күберәк бала үҫтереүсе уңышлы ғаиләне йәмғиәттә өлгө итеп ҡуйыу зарур. Яңғыҙлыҡ түгел, ә ишле ғаилә тормоштоң яңы стиленә әүерелергә тейеш”, – тине ул.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Ғаиләне һәм балаларҙы яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге советтың яуаплы секретары Лилиә Ғүмәрова үҙ сығышында традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау комплекслы мәсьәлә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Бында финанс яғы ла әһәмиәтле. Әммә иң мөһиме – йәмғиәттә “ғаиләле булыу – абруйлы” тигәнде аңлауҙары кәрәк. Ғаилә ҡороу, уны яҡлау – һәр кеше тормошонда төп әһәмиәткә эйә”, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы.

Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала әсәһе, инвалид балаларға ярҙам итеүсе «СОЦИО» ойошмаһы директоры Татьяна Флеганова, үҙ ғаиләһе яҙмышын тасуирлап, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла һынмаҫҡа, һынауҙарҙы үҫеш өсөн мөмкинлек итеп файҙаланырға саҡырҙы.  

Ғаиләне ҡеүәтле иткән ҙур байлыҡ – быуындан-быуынға килгән ғөрөф-ғәҙәттәр, ата-балаларҙан күскән ҡәҙерле әйберҙәр. Әминә Шафиҡова өләсәһенең төҫө итеп һаҡланған һандыҡ, олатаһы ғаиләһенән ҡалған боронғо самауыр хаҡында бәйән итте. “2013 йылда ғаиләбеҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиға булды: эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында 1944 йылда һәләк булған олатайымдың миҙалын табыуҙары хаҡында хәбәр ебәрҙе, – тине ул. – Күптән түгел был турала ҡыҙыма һөйләнем һәм олатайымдың батырлығын ҙур хөрмәт менән хәтергә төшөрҙөк. Ғаилә тарихтарын тапшырыу ҙа – кешегә нәҫел ырыҫын биреүсе традиция”, – тине Әминә Шафиҡова.

Кушнарен районында йәшәүсе Рида Минһажева иһә осрашыуға ғаиләһендәге изге йәдкәрҙе – өләсәһенә олатаһы һуғыштан алып ҡайтҡан ебәк яулыҡты ябынып килгәйне. Тәтешленән Ирина Сәмиғуллинала ла һаҡлана икән яҡлау тылсымына эйә әйберҙәр – көмөш биҙәүестәр.

“Этномода – тарихты һәм киләсәкте бәйләүсе сылбыр”, – тип белдерҙе рәссам-дизайнерҙар Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар. Улар милли биҙәкле көндәлек кейемдәр ижад итеүҙәре хаҡында сығыш яһаны.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рушанна Бабич, үҙ шәжәрәһе менән таныштырып, былай тине: “Донъя йәшен тиҙлегендә үҙгәрә һәм унда асылыңды һаҡлап ҡалыу өсөн ырыу-затыңды, ата-бабаларың эшен, улар өсөн нимә мөһим булғанын белергә кәрәк”.

“Эйе, тарихи хәтерҙе, традицияларҙы һаҡлауҙың беҙҙең өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәне бигерәк тә һуңғы көндәрҙә асыҡ күренә һәм уларҙың ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәт икәнен оноторға түгел”, – тигән фекер белдерҙе әңгәмәлә ҡатнашыусылар бер тауыштан.

Булат Маликов фотолары.

 

Ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәр
Ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәр
Ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәр
Ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәр
Ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәр
Ғаиләгә ҡөҙрәт өҫтәүсе ҡиммәттәр
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас