Донъя ҡотон һаҡлаусы гүзәл заттарҙың уйы бер: ғаиләм имен икән, илем имен булыр. Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” асыҡ академияһы майҙансығында шул турала “түңәрәк өҫтәл" ойошторҙо. Сарала Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Татарстан вәкилдәре лә ҡатнашты.
Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, осрашыуҙы асып, һүҙҙе ҡунаҡтарға бирҙе. Ырымбур Ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе Ольга Хромушина, Силәбенән – Наталья Баскова, Татарстан ҡунағы Гүзәлиә Әхмәҙиева үҙҙәренең тәжрибәһе, уңыштары менән уртаҡлашты.
Ишембай, Дәүләкән, Салауат, Яңауыл райондары, Өфө ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәренең сығышында был ойошмаларҙың ғәйәт киң яҡлы, әүҙем эшмәкәрлеге сағылды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ниндәй социаль ярҙам саралары ҡаралған? – Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге директоры Эльвира Абдуллина шул хаҡта бәйән итте.
Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе урынбаҫары, билдәле юрист Надежда Крылова ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау буйынса закондар хаҡында һөйләне. Танылған табип Наталья Егорова, ҡатын-ҡыҙ һау булғанда ғына ғаилә бәхетле, тип, сәләмәтлекте һаҡлау йәһәтенән гүзәл заттарыбыҙҙың мәғлүмәтлелеген арттырыу буйынса Ҡатын-ҡыҙҙар союзы алып барған оло эш менән таныштырҙы.
Осрашыу аҙағында күрше төбәктәрҙән килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.