Баш ҡалабыҙ Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында бөгөн “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһына илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән танылған эксперттар, абруйлы спикерҙар, билдәле ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды.
Был уникаль проект республикабыҙҙа 2019 йылдан башлап ғәмәлгә ашырыла һәм 2021 йылдан Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылыусы мөһим сараға әйләнде. Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға ижадта, социаль һәм һөнәри өлкәлә үҙҙәренең аҫыл асылын асырға булышлыҡ итеүсе форум республикабыҙҙа 40-сы, бөтә ил кимәлендә иһә дүртенсе мәртәбә үткәрелә.
Форум ҡунаҡтарын Башҡортостан Башлығының ҡатыны, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ихлас сәләмләне:
– Беҙҙең һәр осрашыу айырылып тора, сөнки донъя ла, беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ. Беҙ бер-беребеҙ менән белгәнебеҙҙе уртаҡташабыҙ, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бөтә йәмғиәтте тулҡынландырған мәсьәләләр тураһында һөйләшәбеҙ. Беҙҙең проект ҡатын-ҡыҙ бәхете хаҡында ғына түгел, ғәмәлдә иһә ул кеше һәм уның бәхете хаҡында, – тине ул.
Сараны асыу тантанаһында ҡатнашҡан республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” академияһының социаль әһәмиәтен юғары баһалап, былай тине:
– Ошо проект һөҙөмтәһендә республикабыҙҙың 38 муниципалитетында төбәк форумдары үтте. Тиҫтәләгән мең ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренә фекерҙәштәр тапты, юғары квалификациялы медицина ярҙамы алды, ҡатмарлы тормош хәлдәрен хәл итеүҙә ярҙам тойҙо.
Форумдың бөгөнгө эшлекле программаһы ифрат бай ҙа, йөкмәткеле лә булды. Иртәгә ул үҙенең эшен дауам итәсәк.
Фотолар Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.