Форумда ҡатнашыусыларҙы бик бай программа: лекциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре көтә, килеүселәр төрлө табиптарҙан, психологтарҙан консультация алырға мөмкин. Сарала Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Маликов, психология докторы Виктория Шаманская, бестселлерҙар авторы Елена Феоктистова, “Доктор” телеканалы баш мөхәррире Эвелина Закамская, танылған визажист Гоар Аветисян һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.
Тәүге көнгә “Нисек аҡсаңды дөрөҫ тотонорға”, “Яһалма интеллект”, “Уңышлы бизнес өсөн көслө корпоратив мәҙәниәт булдырыуға биш аҙым” лекциялары, “Батырҙар заманы”, “Традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа һәм нығытыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың роле”, “Көмөш бәхет. Субъекттарҙың әүҙем оҙон ғүмерлелек буйынса иң яҡшы тәжрибәләре”, “Матурлыҡ һәм йәм биләмәһе: интерьер булдырыуҙа донъя трендтары тураһында”, “Бәхет биләмәһе булараҡ үҙ эшең”, “Экотуризм”, “Медицина туризмы” һәм башҡа “түңәрәк өҫтәл”дәр планлаштырылған. Кисен Дмитрий Маликовтың концерты буласаҡ.
Булат Маликов фотолары.