+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева яугир ғаиләләренә “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу бүләк итте

"Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яҡын дуҫы, билдәле журналист Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрова махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән ауылдаштарының ғаиләләренә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыу бүләк итте.

“Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева яугир ғаиләләренә “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу бүләк итте
“Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева яугир ғаиләләренә “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу бүләк итте

  "Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яҡын дуҫы, билдәле журналист Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрова махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән ауылдаштары – Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылынан Фәиз Филарет улы Ишәевтың, Илвир Зөлфир улы Мусиндың әсәләренә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 2024 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу бүләк итте. “Ҡатын-ҡыҙ һәм ғаилә хәстәре менән йәшәгән республика баҫмаһы фиҙакәр һәм ҡаһарман йәнле яугирҙәрҙең өйҙәренә уларҙың йылы сәләме булып барып етер һәм, ғаиләләренә рух ныҡлығы биреп, күңелдәренә йәшәү ҡөҙрәте өҫтәр, тип ышанам”, – ти Миләүшә Ҡасим ҡыҙы үҙенең был изге талпынышы хаҡында. Борондан халҡыбыҙға хас ауыр минуттарҙа бер-береңә терәк булыу,  күңелдәрҙе күтәреү, дуҫлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ кеүек изге сифаттар йәшәйәшебеҙҙе яҡтыртҡан матур бер йолаға әйләнгән. Айырыуса иғтибарға, алсаҡ йөҙгә, йылы һүҙгә барыбыҙ ҙа мохтаж бөгөнгө көндә һәр изге эш тә уғата мөһим һәм ҡәҙерле. Әйҙәгеҙ, дуҫтарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрөп, ошо мәртәбәле журналыбыҙға яҙылыу бүләк итәйек!!!

“Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева яугир ғаиләләренә “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу бүләк итте
“Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева яугир ғаиләләренә “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу бүләк итте
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: