Өфө менән Ҡытайҙың Шэньян араһында тура авиабәйләнеш асылыуы мөмкин. Һауа юлы бизнес-берләшмә өсөн логистиканы еңеләйтергә, туризм үҫешенә этәргес бирергә тейеш.
Яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың Ляонин провинцияһы губернаторы Ли Лэчэн менән осрашыуында ҡаралды.
“Ҡытай менән Рәсәй араһындағы дуҫлыҡ нығына бара. Башҡортостандың Рәсәйҙә абруйлы төбәк һәм беҙҙең сәнәғәт структураларының оҡшаш булыуын иҫәпкә алып, уртаҡ етештереү сылбырын һәм технологияһын төҙөү ике яҡ өсөн дә отошло. Ляонин губернаторы шулай уҡ фән, мәғариф һәм мәҙәни алмашыу өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтергә тәҡдим итте», - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры үҙенең телеграм-каналында ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыу хаҡында. Шулай уҡ премьер-министр Ли Лэчэнды Халыҡ-ара бизнес аҙналығына һәм Өфөнөң 450 йыллығы тантанаһына саҡырҙы.
Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика делегацияһының Ҡытайҙа рәсми эш сәфәре башланды. Уның составына агросәнәғәт комплексы, нефть химияһы, аҙыҡ-түлек, металлургия, машиналар эшләү, медицина һәм башҡа тармаҡтарҙың 40-тан ашыу предприятиеһы ингән.
Сығанаҡ: "Башинформ".