+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
16 Мая 2024, 10:10

Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты

Һуңғы ике йылда Совет майҙаны баш ҡалабыҙҙың иң иҫтәлекле урындарының береһенә әүрелде.

Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу таптыҺәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты

Һуңғы ике йылда Совет майҙаны баш ҡалабыҙҙың иң иҫтәлекле урындарының береһенә әүрелде.

Өфөнөң 450 йыллығы йылында Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлдең – мемориаль комплекс проектының – халыҡ-ара танылыу алыуы бигерәк әһәмиәтле. Ул Х Халыҡ-ара НОПРИЗ конкурсы (проектировкалаусылар һәм эҙләүселәрҙең Милли берекмәһе) наградаһы менән билдәләнде. Был ойошма төбәк союздарына ингән профессиональ проектлаусыларҙы берләштерә. Конкурста Рәсәйҙән һәм 11 сит илдән (Италия, Ҡытай, Сербия, Индонезия һәм башҡалар) 1412 проект тәҡдим ителгәйне. Конкурсты йомғаҡлау тантанаһында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле мемориаль комплексы авторҙары скульптор Салауат Щербаков һәм архитектор Константин Донгузовҡа «Иң яҡшы төҙөкләндереү һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу объекттары проекты» номинацияһында беренсе дәрәжә диплом тапшырылды.

"Скульптор Салауат Щербаков менән архитектор Константин Донгузовты мәртәбәле еңеү менән ҡотлайым! Бөтә өфөләрҙе һәм республика халҡын да ҡотлайым. Беҙҙең баш ҡалала сираттағы кешеләрҙе тартып торған нөктә генә барлыҡҡа килмәне — был рухи көс урыны, уның легендар тарихи үткәне һәм, ышанам, шулай уҡ сағыу киләсәге лә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

Совет майҙанын үҙгәртеп ҡороу һәм һәр детале тәрән мәғәнгә бай мемориал булдырыу инициаторы булып Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙе сығыш яһаны. Радий Хәбиров, башланғыс идеянан алып, уны тормошҡа ашырыуға тиклем проекттың бөтә этаптары менән етәкселек итте.

"Был эш беҙҙең коллектив - мин, Константин Александрович Донгузов, әлбиттә, Республика Башлығы һәм етәкселеге өсөн бик мөһим һәм әһәмиәтле булды. Ҙур ҡорбандар талап иткән ҡан ҡойошло һуғыш илебеҙ, донъя тарихы өсөн - бик ҙур тема. Шулай уҡ икенсе теманы ла күҙ уңында тотоу мотлаҡ ине. Ул – Башҡортостан, Өфө, Совет майҙаны. Был тарихи мәғәнәле скульптура ҡомартҡыһы ғына түгел, ә ҡаланың бер өлөшө. Барыһын да иҫәпкә алырға һәм идеяны тормошҡа ашырырға кәрәк ине. Процес барышында Радий Фәрит улы фекерҙәре менән йомарт уртаҡлашты. Хәҙер был урын ҡала, Башҡортостан халҡы һәм Өфө ҡунаҡтары араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Кешеләр бында килә, төрлө саралар үткәрелә. Быларҙың барыһын да эксперттар иҫәпкә алды. Конкурсҡа тиклем үк юғары баһалар ишеттем, күп сығыштар булды, кешеләр хатта урамда ла үҙ фекерҙәрен әйтеп китә”, - ти Салауат Щербаков.

Өфө Рәсәй ҡалалары араһында милли үҙенсәлекте тергеҙеү трендын билдәләй, тигән фекерҙә Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузов. "Совет майҙаны проекты Рәсәйҙең профессиональ практикаһында бик әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнде. Академик Салауат Щербаков башҡарған генерал Шайморатов образының юғары кимәлдәге художестволы эше башҡа проекттар фонында күренекле күренеш булды”, - ти ул.

Генерал-майор Шайморатов һәйкәле тураһында

Генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл 2022 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң Совет майҙанында асыла.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ансамбле барлыҡ Ватанды һаҡлаусыларға арналған.

Композиция башҡорт гранитынан эшләнгән.

Дөйөм ҙурлығы – 62х29 метр, бейеклеге - 15 метр.

Колоннада 24 колоннанан һәм 6 ярымтүңәрәк пилястрҙан тора.

Ансамблгә бөтәһе 40 тоннанан ашыу бронза киткән. Композицияны Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһенең өс предприятиеһында ҡойғандар.

Һәйкәл янында ике сквер һәм фонтан ҡоролған.

Монументтың бер яғы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған, унда персонаждар, командирҙарҙың портреттары, дивизияның Өфөнән Берлинға тиклемге бөтә хәрби юлы сағылыш тапҡан. Рейхстаг та  һүрәтләнгән, герой һәләк булған Дебальцево ла бар.

Икенсе яғында башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте сағылған. Аҡбуҙатҡа атланған  Урал батыр, уның алдындағы арыҫлан, шулай уҡ башҡорт халҡының батырлығын һәм шиғри күңелен берләштереүсе Салауат Юлаев образы сағылыш тапҡан.

Башҡорт ырыуҙарының берләшеүен ҡурай сәскәһе символлаштыра. Ырыу ҡоштары, тамғалары һәм ырыу ағастары ботаҡтары айырым һүрәтләнгән.

Монументаль композицияла һуғышҡа тиклемге тормош, ул саҡта  башҡорт колхоздарында булған тирмәләр, дөйәләр, ыласын менән һунар итеү, шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатовтың бала сағы күрһәтелгән.

Миңлеғәле Шайморатов

Герой ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 14 йәштә етем ҡала һәм Өфөгә сығып китә. Параходта матрос булып эш башлай. Граждандар һуғышы йылдарында Колчакҡа ҡаршы һуғыша, артабанғы тормошон хәрби хеҙмәткә арнай. Ҡытайҙа хәрби комитет советнигы була. 1942 йылда яңы төҙөлә башлаған 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы командиры итеп Башҡортостанға ҡайтарыла. Уның етәкселегендә дивизия Сталинград бәрелештәрендә, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Тап Миңлеғәле Шайморатов ҡул аҫтында дивизиянан 78 һалдат һәм офицер Советтар Созы Геройы, 5-һе тулы Дан ордены кавалеры исемен ала. Был тиклем геройҙар биргән дивизия Ҡыҙыл Армияла бүтән булмай.

Валерий Шахов фотолары.

Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Һәйкәл-комплекс халыҡ-ара танылыу тапты
Автор:
Читайте нас