Ауырғазы районының Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында бөйөк башҡорт шағиры Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйылды.
Тантаналы сарала Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары – Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, шағирә, журналист, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина; шағирҙың яҡташтары – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова, филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты деканы Лейлә Хөсәйенова, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов, бюст авторы Илдус Закиров һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында, 2022 йылдың авгусында, Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһына Рәшит Назаров исеме бирелде. Ошо ваҡиғаға бәйле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова: “Башҡорт әҙәбиәте классигы Рәшит Назаров ижады менән башҡорт әҙәбиәте үҫешенә генә түгел, донъя әҙәбиәте үҫешенә лә тос өлөш индерҙе. Уның шиғри ижады – башҡорт теленең матурлығын һәм халҡыбыҙҙың рухи көсөн сағылдырыусы юғары сәнғәт өлгөһө. Артабан да уның исемендәге мәктәпкә ярҙам итәсәкбеҙ, шулай уҡ Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереүгә ҡағылышлы сараларҙы әҙерләүҙә булышлыҡ итергә ниәтләйбеҙ”, - тигәйне.