+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Май 2024, 03:44

Республикабыҙҙа йәйге лагерҙарҙа ярты миллион бала ял итәсәк

Башҡортостандың балалар лагерҙары быйыл йәй 500 мең уҡыусыны ҡабул итергә йыйына. Был турала “Сәләм” тапшырыуында республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова белдерҙе.

Республикабыҙҙа йәйге лагерҙарҙа ярты миллион бала ял итәсәкРеспубликабыҙҙа йәйге лагерҙарҙа ярты миллион бала ял итәсәк
Республикабыҙҙа йәйге лагерҙарҙа ярты миллион бала ял итәсәк

Башҡортостандың балалар лагерҙары быйыл йәй 500 мең уҡыусыны ҡабул итергә йыйына. Был турала “Сәләм” тапшырыуында республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова белдерҙе.

Лагерҙарға ял итергә шулай уҡ Луганск, Донецк Халыҡ Республикалары һәм Белгород өлкәһе балалары ла киләсәк.

 Башҡортостанда, ҡала ситендәгеләрен, көндөҙгө, хеҙмәт һәм ял лагерҙарын да индереп, йәмғеһе 1770 лагерь асырға йыйыналар.

Инесса Косолапова: “Республикабыҙҙа ата-әсәләр балаларҙың мәктәп каникулдарындағы ялы өсөн сертификат алырға мөмкин, ул путевканың 70 процент хаҡын ҡаплай”, – тип белдерҙе. Иң мөһим шарт – лагерҙың һәм бала уҡыған мәктәптең Башҡортостанда булыуы, ә путевканы түбәндәге сайт аша алырға кәрәк: https://rest.edu-rb.ru.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

Автор:
Читайте нас