+24 °С
Ямғыр
Конкурста беҙҙең илдән һәм 11 дәүләттән, шул иҫәптән Италия, Ҡытай, Сербия, Индонезия һәм башҡа илдәрҙән 1412 проект ҡатнашты. Лидерҙар араһында күләмле комплекслы эштәр, башлыса ҡалаларҙың генераль пландары бар.
Скульптор Салауат Щербаковты һәм архитектор Константин Донгузовты еңеү менән ҡотлайым! Барлыҡ өфөләрҙе һәм республика халҡын да. Баш ҡалабыҙҙың легендар тарихи үткәне булған көс урынының киләсәге лә сағыу булыр тип ышанам. Еңеү яулап ҡайтҡан геройҙарыбыҙҙы ошонда тәбрикләрбеҙ», — тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Сығанаҡ "Башинформ"