+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күршеләр күгендә – тағы БПЛА

Бөгөн иртән Татарстан күгендә пилотһоҙ осҡос атып төшөрөлгән.

Күршеләр күгендә – тағы БПЛА
Күршеләр күгендә – тағы БПЛА

Бөгөн иртән Татарстан күгендә пилотһоҙ осҡос атып төшөрөлгән.

Был хаҡта төбәктең рәсми сығанаҡтары хәбәр итә. Дрон Юғары Ослан ауылы өҫтөндә, Ҡазан аэропортынан 25 километр алыҫлыҡта, Мәскәү ваҡыты менән 7.30 сәғәттә  һауаға ҡаршы оборона саралары ярҙамында юҡ ителгән. Хәүефкә бәйле Ҡазан һәм Нижнекамскта аэропорттары ваҡытлыса ябылған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, БПЛА Ҡазандағы дары заводына осоп барған. Әлеге ваҡытта аэропорттар асылған һәм штатлы режимда эшләй.

9 майҙа пилотһоҙ осҡос Башҡортостанға ла килеп еткәйне. Ул Салауат ҡалаһындағы «Газпром нефтехим Салауат» заводы биләмәһенә төшөп шартланы.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: күптәр күктә осоп барған БПЛА-ны күргән, ләкин был хаҡта махсус хеҙмәттәргә хәбәр итеүҙе кәрәк тапмаған. Бындай осраҡта шунда уҡ МЧС, МВД, Федераль именлек хеҙмәтенә, йә иһә 112 номерына шылтыратыу мотлаҡ.

Уяу булайыҡ!

Автор:
Читайте нас: