+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Изге подписка" акцияһы ла ойошторола

Өфөлә теүәл ун көндән «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе асыла.

"Изге подписка" акцияһы ла ойошторола
"Изге подписка" акцияһы ла ойошторола

Өфөлә теүәл ун көндән «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе асыла.

“Китап байрамы”на әҙерлек ҡыҙыу бара. Ул ун көндән, 24 майҙа, ҡаланың Совет майҙанында асыла.

Фестивал сиктәрендә “Республика Башҡортостан” Нәшриәт йорто “Изге подписка” акцияһын ойоштора. Һәр теләгән кеше, үҙенә оҡшаған республика, ҡала һәм район баҫмаһына яҙылып, МХО-ла ҡатнашыусы ғаиләләренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, туғандарына, яҡындарына бүләк итә, шулай уҡ эстафетаны дуҫтарына тапшыра ала.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, “Шоңҡар” йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов: “Республикала беҙҙең гәзит-журналдарҙы юғары баһалайҙар. “Изге подписка” акцияһы фестивалдең әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе булыр тип уйлайым. Яҡшы мәғлүмәт таратҡан әйбер менән бүлешеү – кешенең күңел байлығын, изгелеккә ынтылышын күрһәтеүсе сифаттар ул”.

Автор:
Читайте нас: