+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ-ара ғаилә көнө – матур байрам

Бөгөн, 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев үҙенең телеграм-каналында ҡалала Ғаилә көнөн байрам итеү программаһы тураһында хәбәр итә. Өфөнөң бер юлы бер нисә майҙансығында концерттар уҙасаҡ.

Мәҫәлән, Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында опекундар, патронат ғаиләләр фестивале үтә, концерт һәм “Принцессаның йөҙ үбеүе” спектакле күрһәтеләсәк. Ҡала мәҙәниәт һарайында “Бөтәһе лә ғаиләнән башлана” тигән ҙур концерт әҙерләгәндәр.

 Шулай уҡ “1-се Май”  паркында, “Йәдкәр” мәҙәниәт һарайында, “Ҡашҡаҙан” паркында, “Ҡоштар” скверында, Яңы Черкассылағы “Таң” мәҙәниәт йортонда, Искин мәҙәниәт йортонда, “Дим” паркында концерттар буласаҡ. Әле “Алиса” 13-сө спорт мәктәбендә байрам хөрмәтенә “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” ярышы бара.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: