+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре асыласаҡ

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре булдырыласаҡ.

Әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре асыласаҡ
Әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре асыласаҡ

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре булдырыласаҡ. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡала һәм район хакимиәттәре менән берлектә 1 сентябргә тиклем ошо мәсьәлә буйынса ныҡлап эшләргә ҡушты.

 Андрей Назаров Башҡортостанда 900 меңдән ашыу өлкән йәштәге кеше йәшәүен билдәләп үтте. Улар өсөн 2020 йылдың октябрендә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты ғәмәлгә ашырыла башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Программа оло быуындың һаулығын нығытыуҙы, уларҙың социаль әүҙемлеген күтәреүҙе маҡсат итә. Проект уларҙың өйҙәренә килеп, медицина тикшереүен үткәреүҙе, алыҫ ауылдарға юғары квалификациялы белгестәрҙең барыуын, шулай уҡ туристик сәйәхәттәр ойоштороуҙы күҙҙә тота.

 Былтыр 20 меңдән күберәк кеше Башҡортостан буйлап бер көнлөк сәйәхәттә булған. Республика пенсионерҙары шулай уҡ Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Абхазияға, Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа сәйәхәт ҡыла ала. “Сәләмәтлек” йүнәлеше буйынса былтыр өлкән йәштәге 825 меңдән ашыу кеше профилактик тикшереү үткән.

Әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәрен асыу проектҡа күберәк кешеләрҙе йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: