+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Дағстандан да киләләр

Халыҡ-ара китап «Китап-байрам» йәрминкәһе сиктәрендә “Зәйнулла Рәсүлев мираҫы” фәнни-ғәмәли конференцияһы ойошторола.

Дағстандан да киләләр
Дағстандан да киләләр

Халыҡ-ара китап «Китап-байрам» йәрминкәһе сиктәрендә “Зәйнулла Рәсүлев мираҫы” фәнни-ғәмәли конференцияһы ойошторола.

Унда Дағстан Республикаһының милли сәйәсәт һәм дин эштәре буйынса министр урынбаҫары Рәсүл Гаджиевтың ҡатнашыуы көтөлә.

Осрашыуға Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, шулай уҡ билдәле дин әһелдәре саҡырылған. Конференцияны БР-ҙағы Дағстан милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Магомедхабиб Султанмагомедов алып бара.

Былтыр Башҡортостан уҡыусылары Рәсүл Ғамзатовтың 100 йыллығына арналған конкурста  ҡатнашты. Еңеүселәр Дағстанға юллама менән бүләкләнде. Рәсүл Ғамзатов Башҡортостанға йыш килгән, Мостай Кәримдең юбилейҙарында ҡатнашҡан.

Автор:
Читайте нас: