+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Белорус күргәҙмәһе асыла

24-26 майҙа Өфөнөң Совет майҙанына «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтә.

Белорус күргәҙмәһе асыла
Белорус күргәҙмәһе асыла

24-26 майҙа Өфөнөң Совет майҙанына «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтә.

Фестивалгә 15 белорус нәшриәте үҙ продукцияһын алып килә, тип хәбәр итәләр ойоштороусылар.

Был былтырғынан 15 тапҡырға күберәк. Башҡортостан менән Беларусь араһындағы үҙ-ара мәҙәни ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы ҡыуаныслы хәл.

- Өфөгә Беларустан килтерелгән китаптың һаны тураһында әйтә алмайым, ә ауырлығы – 1,5 тонна. Унда дәреслектәрҙән алып классик әҫәрҙәргә тиклем буласаҡ. Ҡыҙыҡһыныусыларҙы белорус стенды янында көтөп ҡалабыҙ, - ти БДБ илдәрендә китап күргәҙмәләрен һәм йәрминкәләрен ойоштороу советы рәйесе Дмитрий Макаров.

#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает 

Автор:
Читайте нас: