Башҡортостанда «Һуңғы ҡыңғырау» 24 майҙа, Мәғариф министрлығы билдәләгән көндә үткәрелә. Республика ҡануниәтенә ярашлы, был байрамда сауҙа нөктәләрендә алкоголь һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Сауҙа министрлығында. Был тыйыу дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай.
Республика властары «уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн» һуңғы ҡыңғырауҙы алкоголһеҙ үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Башҡортостанда шулай уҡ яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатырға ярамай.