+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Май 2024, 03:55

Юлдарға – айырым иғтибар

Кисә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә Радий Хәбиров юлдарҙы ремонтлау мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлде.

Юлдарға – айырым иғтибарЮлдарға – айырым иғтибар
Юлдарға – айырым иғтибар

Кисә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә Радий Хәбиров юлдарҙы ремонтлау мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлде.

Быйыл насар хәлдәге юлдарҙы ремонтлауға 3,44 миллиард һум аҡса тәғәйенләнгән. Уның 540 миллион һумы ауыл биләмәләренә илткән юлдарҙы ремотлауға йүнәлтелә. 400 миллион һумы Асҡын, Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман һәм Салауат райондарына (50-шәр миллион һумдан) ҡаралған. Ҡалған сумма 114 километр оҙонлоҡтағы төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә тотонола.

Радий Хәбиров Красный Холм - Иҫке Уръябаш, Ҡалтасы районында Өфө - Бөрө - Яңауыл - Иҫке Йәш һәм Иглин - Красный Восход юлдарының насар ремонтланыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе һәм транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минаковаға подрядсыларҙың эшен даими контролдә тоторға ҡушты.

Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары биләмәһе аша үткән Сибай – Аҡъяр юлының торошо халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Любовь Минакова әйтеүенсә, ул әле 70 процентҡа әҙер. Юлдың 12-22-се километр, 39-46-сы километр, 49-57-се километры арауыҡтарындағы өс участкала эштәр тамамланған. Планға ярашлы, объектты тулыһынса 2025 йылға тапшырырға тейештәр.

Автор:
Читайте нас