+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Янғын сыға ҡалһа, GPS модулле ҡоролмалар хәбәр итә

Инвалидтарҙың һәм ауыр хәрәкәтләнгән өлкәндәрҙең өйҙәренә янғын хаҡында хәбәр итеүсе GPS модулле ҡоролмалар ҡуйыласаҡ.

Янғын сыға ҡалһа, GPS модулле ҡоролмалар хәбәр итә
Янғын сыға ҡалһа, GPS модулле ҡоролмалар хәбәр итә

Инвалидтарҙың һәм ауыр хәрәкәтләнгән өлкәндәрҙең өйҙәренә янғын хаҡында хәбәр итеүсе GPS модулле ҡоролмалар ҡуйыласаҡ. Был эштәр пилот проекты сиктәрендә республикабыҙҙың бер районында ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр күп йәшәгән бер районды һайлап, уларға янғын хаҡында хәбәр итеүсе заманса ҡоролмалар алыуҙы хәстәрләргә ҡушты. Заманса ҡоролмалар бушлай ҡуйыласаҡ. Улар ҡәҙимге яйланмаларҙан шул яҡлап айырыла: янғын сыға ҡалһа, был туралағы хәбәрҙе бер нисә номерға, мәҫәлән, янғын һүндереү часына, социаль хеҙмәткә, инвалидтың йәки оло кешенең балаларына ебәрә.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: