+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Республикабыҙҙа иң яҡшы табиптар билдәләнде

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Йылдың иң яҡшы табибы-2024” конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды.

Республикабыҙҙа иң яҡшы табиптар билдәләнде
Республикабыҙҙа иң яҡшы табиптар билдәләнде

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Йылдың иң яҡшы табибы-2024” конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Унда хирург Илдар Сәлимгәрәев, отоларинголог Артур Мөғәллимов, педиатр Альбина Мананова, акушер-гинеколог Динар Ғабдрахманов, травматолог-ортопед Илнур Ғарапов, эндокринолог Людмила Михайлова һәм терапевт Хәниф Мәхмүтов еңеүсе тип танылды.

Иң яҡшы табип исеменә 89 медицина ойошмаһынан 247 белгес дәғүә иткән. Еңеүселәр артабан федераль бәйгегә сығасаҡ, иң яҡшы табип исеме өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кимәлендә көрәшәсәктәр.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: