+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Май 2024, 03:35

Радий Хәбиров предприятиеларҙы обороналауҙы көсәйтеү хаҡында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә 9 майҙа «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына һәм беҙҙең республикаға террористик һөжүм тураһында хәтергә төшөрҙө.

Радий Хәбиров предприятиеларҙы обороналауҙы көсәйтеү хаҡында белдерҙеРадий Хәбиров предприятиеларҙы обороналауҙы көсәйтеү хаҡында белдерҙе
Радий Хәбиров предприятиеларҙы обороналауҙы көсәйтеү хаҡында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә 9 майҙа «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына һәм беҙҙең республикаға террористик һөжүм тураһында хәтергә төшөрҙө.

«Предприятие етәкселегенә йәнә рәхмәт белдерәм. Күп планлы оборона системаһы ҙур зыян килтереүгә юл ҡуйманы. 10 майҙа Салауатта оператив штаб ултырышында һауаға ҡаршы оборонаны, ғөмүмән, иҡтисадыбыҙ өсөн үтә мөһим булған предприятиеларыбыҙҙы обороналауҙы көсәйтеү тураһында һөйләшеп килештек», - тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» 10 майҙа Башҡортостан Башлығының пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән урынға барыуы һәм «Газпром нефтехим Салауат» майҙансығында республика оперштабының күсмә ултырышын үткәреүе тураһында хәбәр иткәйне.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас