+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үҙәк банк Пушкиндың 225 йыллығына арналған иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы

Рәсәй Үҙәк банкы бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле тәңкәләрҙе әйләнешкә сығара.

Үҙәк банк Пушкиндың 225 йыллығына арналған иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы
Үҙәк банк Пушкиндың 225 йыллығына арналған иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы

Рәсәй Үҙәк банкы бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле тәңкәләрҙе әйләнешкә сығара. Улар «Тарихи ваҡиғалар» серияһында сыға, тип хәбәр итә учреждениеның телеграм-каналы. Тәңкәләр араһында:  3 һумлыҡ – көмөш, 100 һумлыҡ – көмөш һәм 10 000 һумлыҡ алтын аҡса була.

Тәңкәләрҙе «Гознак» йәмғиәтенән һәм Рәсәй Банкы менән таратыу тураһында килешеү төҙөгән банктарҙан һатып алырға мөмкин. Күптән түгел Рәсәйҙә өс һумлыҡ тәңкәнең БАМ төҙөлөшөнөң 50 йыллығына арналыуы хаҡында хәбәр булғайны.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: