Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, быйыл Башҡортостанда урман 15,2 мең гектар майҙанда тергеҙелә.
Яҙғы эштәр биш мең гектарҙан ашыу майҙанда билдәләнгән. Унда 20 миллион самаһы ағас ултыртыласаҡ. Әле урман тергеҙеү һәм үҫтереү 2,5 мең гектарҙан ашыу майҙанда башҡарылған. Шул иҫәптән яһалма урман тергеҙеү – 2,3 мең гектарҙа, был план күрһәткестәренең 40 процентын тәшкил итә, шулай уҡ 255,8 гектар майҙанда урман үҫтереү – 82,5 процент.
Учалы, Әүжән, Асҡын, Бөрө, Бөрйән, Дүртөйлө, Кананикольск, Ҡариҙел урмансылыҡтары урмандарҙы тергеҙеү буйынса дәүләт заданиеһы сиктәрендә башҡарылған ағас ултыртыу күләмдәре буйынса алдынғылыҡты биләй.