+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
13 Май 2024, 06:53

“Сәләмәтлек поездары” был аҙнала ҡайҙа бара?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 13 майҙан 19-ына тиклем “сәләмәтлек поездары”ның нисек хәрәкәт итеүен хәбәр итә. Улар республикабыҙҙа 15 апрелдән юлға сыҡты  һәм алты маршрут буйлап йөрөй.

“Сәләмәтлек поездары” был аҙнала ҡайҙа бара?“Сәләмәтлек поездары” был аҙнала ҡайҙа бара?
“Сәләмәтлек поездары” был аҙнала ҡайҙа бара?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 13 майҙан 19-ына тиклем “сәләмәтлек поездары”ның нисек хәрәкәт итеүен хәбәр итә. Улар республикабыҙҙа 15 апрелдән юлға сыҡты  һәм алты маршрут буйлап йөрөй.

Был аҙнала күсмә медицина комплекстары түбәндәге ауылдарҙа эшләйәсәк:

13-15 майҙа Белорет районы Тирлән ауылында;
16-17 майҙа Белорет районы Абҙаҡ ауылында;
14-15 майҙа Дыуан районы Арый ауылында;
16-17 майҙа Дыуан районы Михайловка ауылында;
14-15 майҙа Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылында;
16-17 майҙа Дүртөйлө районы Йосоп ауылында;
13-15 майҙа Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында;
16-20 майҙа Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылында;
13-14 майҙа Әлшәй районы Ҡырым ауылында;
15 майҙа Әлшәй районы Торонтайыш ауылында;
16-17 майҙа Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылында;
13-14 майҙа Шишмә районы Иҫке Муса ауылында;
15-16 майҙа Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылында;
17-20 майҙа Архангел районы Ырныҡшы ауылында.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас