+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
13 Май 2024, 03:55

Өс көндән милли театрҙар фестивале асыла

16 – 23 майҙа Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр Халыҡ-ара "Туғанлыҡ" милли театрҙар фестивале үтә.

Өс көндән милли театрҙар фестивале асылаӨс көндән милли театрҙар фестивале асыла
Өс көндән милли театрҙар фестивале асыла

16 – 23 майҙа Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр Халыҡ-ара "Туғанлыҡ" милли театрҙар фестивале үтә.

Фестивалдә 14 спектакль ҡатнаша, уларҙың икәүһе - конкурстан тыш, уларҙы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Псков ҡалаһының А. С. Пушкин исемендәге драма театры күрһәтә. Һуңғыһы ижади форумға махсус ҡунаҡ итеп саҡырылған.

Быға тиклем фестиваль төрки телле театрҙарҙы туплаһа, быйыл бер аҙ үҙгәрештәр индерелде – милли театрҙар фастивале форматын алды.

Конкурс программаһына Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағыстан, Марий Эл театр коллективтарының спектаклдәре ингән. Бынан тыш Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Ҡыҙыл паша” һәм Александр Пушкин исемендәге Псков драма театрының “Морфий” спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә.

Фестивалдең почетлы ҡунағы – Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Мәскәүҙең Олег Табаков театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Машков. Спектаклдәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, Өфө “Нур” татар һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрҙары сәхнәләрендә ҡарарға мөмкин.

Автор:
Читайте нас