+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
13 Май 2024, 11:29

15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр

15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә аҙналығы барышында «Бәхетле сәғәт» акцияһы ойошторола.

15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр
15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр

15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә аҙналығы барышында «Бәхетле сәғәт» акцияһы ойошторола. Ул эш биреүселәрҙе ғаиләле хеҙмәткәрҙәр өсөн эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға саҡыра. Республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы координаторҙары шундай тәҡдим менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Акция ғаиләне яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, республика ғаиләләре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итер тип күҙ уңында тотола. Тематик аҙналыҡта Башҡортостанда республика ғаиләләре өсөн тематик саралар ойошторола.

 https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-13/v-bashkirii-predlagayut-sokratit-na-odin-chas-rabochiy-den-15-maya-3763104

Автор:
Читайте нас